Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Рәмил Ғәйзуллин Санкт-Петербург академия филармонияһында сығыш яһаясаҡ

Мәҙәниәт

26 декабрҙә Дмитрий Шостакович исемендәге Санкт-Петербург академия филармонияһында «Көнсығыштың музыка риүәйәттәре» концерты үтә. Программа арҙаҡлы композиторҙар: Фәриҙә Яруллина һәм Мукан Түлебаевтың 100 йыллығына, Ариф Меликовтың 80 йәшлек юбилейына – арналған.

Уларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙән тыш, кисәлә башҡорт, татар, үзбәк һәм башҡа авторҙарҙың музыкалары яңғыраясаҡ. Атап әйткәндә, Башҡортостан музыка мәҙәниәтен Нур Дауытов менән Морат Әхмәтовтың әҫәрҙәре сағылдырасаҡ.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, концертта БР Милли халыҡ инструменттары оркестрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин ҡатнаша. Ул Василий Андреев исемендәге Дәүләт рус академия оркестры менән солист һәм дирижер сифатында сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть