Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса ултырышта ҡатнашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты, ул Ульяновскиҙа үтте. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы төбәктәрендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса төбәк программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

— 12 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә был темаға ҙур иғтибар бүленде, ундағы проблемалар ҙа, шулай уҡ уларҙы хәл итеү юлдары ла телгә алынды. Дәүләт башлығы этник-ара көсөргәнеш тыуҙырыусылар тураһындағы мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы, уларҙы «әхләҡһеҙ интернационалдар» тип атаны, — тине Михаил Бабич, ултырышты асып.

Тулы хоҡуҡлы вәкил, Волга буйы өсөн конфессия-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр проблемаһы, илдең башҡа төбәктәренә ҡарағанда, айырыуса актуаль. Был округка халыҡтың күп милләтле һәм күп конфессиялы составы хас булыуы, милли-мәҙәни тормоштоң әүҙем алып барылыуы, төрлө конфессияға ҡараған дини ойошмаларҙың күп булыуы һәм туҡтауһыҙ миграция ағымы менән бәйләнгән.

Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Президенты журналистарҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе.

— Советтың бөгөнгө ултырышының темаһы көн тәртибендә Волга буйы федераль округында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡарау тип билдәләнгән. Шулай уҡ конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе лә ҡаралды. Үҙ сығышымда мин мосолман өммәтен, ислам мәғарифын ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙем. Бөгөн беҙҙә был йүнәлештә эшләгән имамдарҙың күбеһенең махсус белеме юҡ. Сираттағы тапҡыр мин Рәсәй Федерацияһында, атап әйткәндә, Өфөлә һәм Ҡазанда, мосолман белем биреү үҙәктәре ойошторорға кәрәк булыуын иҫбатланым. Был тәҡдимде яҡлап сыҡтылар, һәм ул Совет ултырышының йомғаҡлау протоколында сағылдырылыр, тип уйлайым. Етмәһә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Волга буйы федераль округында, Өфөлә һәм Ҡазанда, бындай үҙәктәр төҙөү тураһында күрһәтмә бирҙе, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Беҙҙең республикала проблемалар бөтөнләй юҡ, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһында, дөрөҫөрәге уның эргәһендәге Железнодорожный ҡасабаһында, ярайһы уҡ көсөргәнешле хәл булып алды. Беҙ Волга буйы федераль округы менән берлектә был тораҡ пунктындағы хәлде яйға һала алдыҡ. Бөгөн унда ярайһы уҡ хәүефһеҙ мөхит. Беҙ хәлде күҙәтеп барабыҙ, һәм асыҡтан-асыҡ әйтәм, унда ниндәй ҙә булһа милләт-ара  конфликттарға юл ҡуймаясаҡбыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть