3 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 17:21

Төбәктә төндә урыны менән 30 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы көтөлә

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостанға һыуыҡтар кире килә, тик оҙаҡҡа түгел, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева.

Кесе аҙнанан йомаға ҡарата төндә, 20 декабрҙә, һауа температураһы 15-20 градусҡа тиклем түбән төшөүе күҙаллана. Республиканың төньяҡ райондарында минус 30 градусҡа тиклем һыуыҡ көтөлә.

Йоманан шәмбегә ҡарата төндә һыуыҡ 20-25 градусҡа тиклем көсәйәсәк.

— Ғәҙәттән тыш хәлдәр көтөлмәй, — тине Анна Козаева. — Һыуыҡтар – йылдың был ваҡытына хас ғәҙәти күренеш.