4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 17:06

Дмитрий Медведев «Башҡортостан сода компанияһы» белгестәренең эшен юғары баһаланы

автор: «Башинформ»

18 декабрҙә Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев фән һәм техника өлкәһендә 2012 йылғы РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһында ҡатнашты. Наградланыусылар иҫәбендә «Башҡортостан сода компанияһы» етәкселәре һәм белгестәре — Надежда Пинигина, Сергей Лобастов, Юрий Иванов һәм Александр Шатов бар.

«Сода һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙе модернизациялау, сеймал һәм энергетика ресурстарын экономиялау, тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно минималләштереү инновацион комплекслы программаһын эшкәртеү һәм индереү» тикшеренеүен Рәсәй хөкүмәте юғары баһаланы.

«Был премия беҙҙең предприятиела технология һәм экология буйынса эштәр кимәле донъя стандарттарына тап килеүен дәлилләй, — ти предприятиеның баш инженеры Юрий Иванов. — Был бөтә коллективтың оҙаҡ йылдар эшмәкәрлегенә баһа һәм ҡаҙаныштарыбыҙҙың етди һәм мөһим булыуы күрһәткесе».

Хөкүмәт премияһына бөтәһе 154 эш тәҡдим ителде. «Химия һәм яңы материалдар» секцияһы буйынса тапшырылған эштәрҙән икәүһе генә билдәләнде, улар иҫәбендә «Башҡортостан сода компанияһы» белгестәренең тикшеренеү эше лә.

«Башҡортостан сода компанияһы» технологияларҙы камиллаштырыу һәм инновацион проекттар буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур потенциалға эйә — Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһы компания һайлаған йүнәлештең иң һөҙөмтәле булыуын иҫбатлай, тип хәбәр иттеләр предприятиеның мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегендә.