4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 15:36

Өфөләге Дуҫлыҡ монументы һәм Салауат Юлаев һәйкәле Башҡортостан милкенә бирелә

автор: Галина Бахшиева

Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһындағы Территориаль идаралығы бер нисә мәҙәни мираҫ объектын республика милкенә тапшырыу өсөн документтар әҙерләгән.

Һүҙ Өфөләге Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев бюсы, шулай уҡ Шишмә районындағы Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре тураһында бара, — тип хәбәр итте бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһындағы Территориаль идаралығы етәксеһе Андрей Агапов. — Республика юллауы буйынса Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән был объекттар урындағы кимәлгә тапшырырға кәрәкле объекттар исемлегенә индерелде. Хөкүмәт был турала бойороҡ сығарғандан һуң улар рәсми рәүештә тапшырыласаҡ.