4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 15:29

Республиканың Президент шыршыһы Химиктар мәҙәниәт һарайында үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың төп Яңы йыл иртәһе – Башҡортостан Президенты шыршыһы, алдан иғлан ителгәнсә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында түгел, ә Химиктар мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Был хаҡта БР Мәғариф министрлығы хәбәр итте.

Үткәреү датаһы үҙгәрешһеҙ ҡала – 23 декабрҙә. Был сағыу сарала бөтә республиканан 780 бала ҡатнаша. Улар иҫәбендә уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадалары, бөтә Рәсәй һәм төбәк фестивалдәре, конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәре. Байрамға шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары саҡырылған.

Программа 11 сәғәттә һарайҙың фойеһында башланасаҡ, ә төш ваҡытында – «Яңы йыл музейы» спектакль-әкиәте. Спектаклдә Башҡорт драма театры, ҡурсаҡ театры һәм Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнаша.

Байрам аҙағында бөтә балалар ҙа бүләктәр – йомшаҡ уйынсыҡтар, татлы ашамлыҡтар һәм Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабын – аласаҡ.