3 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 15:26

Башҡортостан халыҡ кәсептәре оҫталары «Ладья-2013» Мәскәү күргәҙмәһендә ҡатнаша

автор: Гөлсәсәк Ханнанова

Мәскәүҙең «Экспоцентр» үҙәк күргәҙмә комплексында «Ладья. Ҡышҡы әкиәт-2013» XV Рәсәй халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Унда Башҡортостан оҫталары ассоциацияһына ингән республика предприятиелары үҙ продукцияларын күрһәтте. Күргәҙмә-йәрминкәнең ойоштороусыһы – «Рәсәй халыҡ художество кәсептәре» ассоциацияһы, генераль бағыусыһы – «Транснефть акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Яңы йыл һәм раштыуа байрамдары алдынан Мәскәү үҙәгендә барған күргәҙмә-йәрминкә экспозицияһында яңыраҡ үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы, яңы TRICARDO бренды аҫтында сығыш яһаусы Өфө трикотаж фабрикаһы, «Алтын ҡулдар»,«Юнона-Павлова» шәхси предприятиелары, Өфөнөң 64-се һәм 115-се лицейҙары һәм башҡа предприятиелар ҡатнаша. Башҡортостан оҫталары рәйесе, Башҡортостан художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Зөһрә Исмәғилева һөйләүенсә, күргәҙмә-йәрминкә Рәсәй халыҡтарының көнкүреш кәсептәре һәм художество традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында уйланылған һәм илдә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән 2014 йыл ишеген аса. Республика оҫталары унда милли стилистика ҡулланылып тегелгән иң яҡшы кейемдәр, мамыҡ шәл, тире изделиелары, үҙенсәлекле сувенирҙар, таштан художество изделиелары, селтәр өлгөләрен күрһәтә.

18 декабрҙә күргәҙмә-йәрминкәне асыу тантанаһында «Рәсәй халыҡ художество кәсептәре» ассоциацияһы рәйесе Геннадий Дрожжин, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон, РФ Федераль Йыйылыш Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Лопатников, РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов, «Транснефть акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Николай Токарев, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Владимир Страшко, Мәскәү ҡалаһы фән, сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ департаменты етәксеһе Алексей Комиссаров ҡатнашты. «Ладья-2013» сиктәрендә алдағы көндәрҙә осрашыуҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үтәсәк, унда Башҡортостан оҫталары ҡатнашасаҡ, шулай уҡ халыҡ художество кәсептәре тауарҙары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе, төрлө кәсеп төрҙәре буйынса оҫталыҡ кластары, ижади осрашыуҙар, конкурстар, ижади фольклор коллективтары ҡатнашлығында мәҙәни-күңел асыу программаһы ҡаралған. Күргәҙмә-йәрминкә 22 декабргә тиклем дауам итәсәк. Балалар, пенсионерҙар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн инеү бушлай.