6 декабрь, Шишәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 13:53

Фән иҡтисадты үҫтереүгә ярҙам итергә тейеш

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

18 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Ултырышта Башҡортостан Республикаһында фәнде үҫтереү проблемалары һәм «Фән һәм технологиялар йорто» проектын тормошҡа ашырыу ҡаралды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Ултырышта сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов, Башҡортостанда ҡеүәтле фән потенциалы булдырылған, тип билдәләне. 69 фәнни ойошма бар. 100-ҙән ашыу инновацион әүҙем предприятие эшләй. Былтыр фәнни-техник эштәр күләме һигеҙ миллиард һумдан ашып китте. 2010 йылдағы менән сағыштырғанда үҫеш — икеләтә тиерлек.

Республика үҙенең органик химия, Евразия халыҡтарының этногеномикаһы, генетика, үҫемлектәр селекцияһы һәм тупраҡты өйрәнеү, комплекслы анализ һәм функциональ тигеҙләмәләр, башҡа күп йүнәлештәр буйынса ҙур фәнни мәктәптәре менән билдәле. Башҡортостан — офтальмология, наноматериалдар һәм нанотехнологиялар, торба үткәреү транспорты, авиация, нефть, транспорт  машиналары эшләү  өлкәһендә тикшеренеүҙәр яғынан танылған лидерҙар иҫәбендә. Хеҙмәттәренән өҙөктәр килтерелгән өс меңгә яҡын бөтә донъя ғалимдары исемлегендә 13-ө — ӨДАТУ-ла һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институттарында эшләүсе беҙҙең ғалимдар.

Шуға ҡарамаҫтан, республика башлығы, Башҡортостан ғалимдарының донъя фәненә индергән өлөшө тағы ла тосораҡ булырға тейеш, тип билдәләне. Фәнни кадрҙар һаны буйынса беҙ уртаса Рәсәй күрһәткесенән күпкә ҡалышабыҙ. Беҙҙә иҡтисадта эшләүсе 10 мең кешегә фән менән шөғөлләнеүсе 20 кеше генә тура килә, Рәсәй буйынса — 55.  

Шул уҡ ваҡытта, «аспиранттар һәм докторанттар, фән кандидаттары һәм докторҙары, юғары уҡыу йорттарында финанстар йәлеп итеү буйынса беҙҙең позицияларыбыҙ насар түгел. Мәҫәлән, Волга буйы федераль округында иҡтисадта эшләүсе 10 мең кешегә фән кандидаттары һәм докторҙары һаны буйынса беҙ бишенсе урында (Һарытау өлкәһе, Татарстан, Мордовия, Нижегородка өлкәһенән ҡала — фән кандидаттары буйынса һәм Һарытау өлкәһе, Татарстан, Нижегородка һәм Һамар өлкәһенән ҡала — фән докторҙары буйынса)» тине республика башлығы.

Республика башлығы, «беҙҙә федераль, милли тикшеренеү университеттары булмауы етди проблемаларҙың береһе булып тора. Был федераль власть ҡаршыһында вуздарыбыҙҙың абруйы етерлек кимәлдә юғары булмауы хаҡында һөйләй. Шуға күрә беҙ бөгөн уҡыу йорттарында тикшеренеү эшмәкәрлеге проблемалары, аспиранттар, докторанттарҙың әҙерлек, диссертация советтарының, фәнни мәктәптәрҙең эш сифаты тураһында һүҙ алып барырға тейешбеҙ», тип иҫәпләй.

Төбәк башлығы йәш ғалимдар тураһындағы мәсьәләне лә күтәрҙе.

— Улар беҙгә һауа кеүек кәрәк. Бөгөн дәрәжәле фәнни хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше — 45 йәштән ашҡан. Академиктар һәм ағза-корреспонденттарҙың — 60 йәштән ашҡан. Ләкин нигеҙһеҙ «йәшәртеү» үҙмаҡсат түгел, әлбиттә. Беҙ фән менән теләп шөғөлләнергә ынтылған, ҙур идеялар менән йәшәгән йәштәрҙе көтәбеҙ. Беҙгә фәнгә килгән ошондай кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Эш өсөн шарттар булдырыу, фәнни ҡорамалдар, эш хаҡын күтәреү яғынан да, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү яғынан да. Былар барыһы ла хәл итеүҙе талап итеүсе темалар, — тине Президент.

Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2014 йылдың 1 ғинуарынан республиканың «Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар һатып алыу, эштәр, хеҙмәттәр өлкәһендә контракт системаһы тураһында»ғы Федераль законды тормошҡа ашырыуға әҙерлеге мәсьәләләре тикшерлде.