11 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 12:08

Галина Ишмөхәмәтова - «Алтын гонг - 2013» журналистар конкурсы лауреаты

автор: "Башинформ"

Мәскәүҙә йыл һайын уҙғарыла торған «Алтын гонг — 2013» профессионал журналистар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты президенты Ясен Засурский рәйеслегендә абруйлы жюри ағзалары ун туғыҙынсы тапҡыр үҙ эше оҫталарын иғлан итте. «Йыл мөхәррире» номинацияһында «Уфа» журналы һәм «Уфимские ведомости» гәзите етәксеһе Галина Ишмөхәмәтова еңеүсе тип танылды. «Башинформ» агентлығы коллективы коллегабыҙҙы ысын күңелдән ошо абруйлы профессионалдар конкурсында еңеүе менән ҡотлай.

Белешмә. «Алтын гонг — 2013» конкурсы ойоштороусыһы – Рәсәй төбәк киң мәғлүмәт саралары етәкселәре альянсы (АРС-ПРЕСС). Ҡатнашыусылар – баҫма киң мәғлүмәт саралары журналистары һәм редакция коллективтары, интернет-баҫмалар, нәшриәт йорттары.

Конкурс Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы финанс ярҙамында ойошторола.

Конкурстың рәсми партнеры – Төбәк-ара подписка агентлығы.

Быйыл конкурста еңеүгә Рәсәй Федерацияһының 32 субъектынан меңләгән журналист, редакция, интернет-баҫма, нәшриәт йорто дәғүә итте. Улар араһында илдең алыҫ нөктәләре: Калининград һәм Благовещенск, Салехард һәм Грозный, шулай уҡ Санкт-Петербург, Иркутск, Өфө, Махачкала, Ҡурған һәм башҡа төбәктәр. Конкурста ҡатнашыусылар – 49 матбуғат, электрон һәм интернат баҫма журналистары. Шул иҫәптән – 21 муниципаль кимәлдәге, 23 – өлкә,край, республика һәм төбәк-ара баҫма, 5 – федераль киң мәғлүмәт саралары. Ойоштороу комитетына редакция коллективтары һәм журналистар 2940 эш тәҡдим итте.

Конкурс символы – боронғо гректарҙың йәйғор алиһәһе Ирида, уның төп роле – аллаларға хәбәрҙәр еткереү. Ҡулында алтын гонг тотоп торған уның ҡануни статуэткаһы журналистың тәғәйенләнешен символлаштыра һәм конкурстың төп бүләге булып тора.