10 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2013 йыл, 11:00

«Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәренә РФ Транспорт министрлығы наградалары тапшырылды

автор: Розалия Вәлиева

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының ведомство наградалары тапшырылды, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың төп транспорт предприятиеһының 39 хеҙмәткәре: водителдәр, кассирҙар, автослесарҙар, механиктар – күкрәккә таға торған «Почетлы Рәсәй транспорты хеҙмәткәре» һәм «Почетлы автотранспортсы» билдәләре алды, Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде, күптәргә Рәсәй Федерацияһы транспорт министрының рәхмәте белдерелде.

«Башавтотранс» водителдәре XXVII Бөтә донъя Универсиадаһы ваҡытында Ҡазанда эшләне. Дүртөйлө, Нефтекама, Бәләбәй, Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Бөрө автотранспорт предприятиелары коллективтарына был көндө Универсиада ойоштороусыларынан рәхмәт белдерелде.

– «Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәре был наградаларға лайыҡ, – ти БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин. – Бындай дәртләндереү формаһы – ул хеҙмәткәрҙең тәжрибәһен, уның профессионализмын һәм һайлаған һөнәренә тоғролоғон, ил транспорт комплексы алдындағы ҡаҙаныштарын таныу.