8 декабрь, Кесе йома

19 декабрь 2013 йыл, 10:03

Рөстәм Хәмитов: «Конституция – ул дәүләтебеҙҙең хоҡуҡи нигеҙе»

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларының 20 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты, ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда үтте. Республика етәксеһе сарала ҡатнашыусыларҙы юбилей датаһы менән ҡотланы, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Конституция – ул хоҡуҡи фундамент һәм каркас, уларҙа, образлы әйткәндә, дәүләтебеҙ бинаһының хоҡуҡи һәм норматив документтар формаһында тиҫтәләгән мең элементтарҙан һалынған стеналары тора. Бындай һыналған юридик конструкцияһыҙ дәүләт тә, сәйәси институттар ҙа, йәмғиәт тә йәшәй алмай.

Яңы Конституция хәҙерге Рәсәй федерализмының нигеҙе булып тора. Уның принциптары һәм положениелары бөтә ғәмәлдәге хоҡуҡ һәм ҡануниәт системаһы өсөн мөһим роль уйнай. 1993 йылғы Конституция хәҙерге донъяның иң ҙур федератив дәүләте өсөн берләштереүсе башланғыс булды. Территорияһы буйынса ғына түгел, ә төрлө социаль-иҡтисади хәлдәге, үҙ милли һәм мәҙәни һыҙаттары булған субъекттар иҫәбе буйынса ла, — тине Рөстәм Хәмитов.

1993 йылда ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы «төбәгебеҙҙең дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш йүнәлешен билдәләне», тине республика башлығы.

— Бөгөн Төп закондың иҡтисади роле үҫә бара. Төп закондың нормалары һәм принциптары власть органдарының мөһим иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеүен билдәләй, һәм ошо моделде эксперттар «конституция иҡтисады» тигән яңы термин менән атаны.

Милекселәрҙең, иҡтисад майҙанындағы башҡа субъекттарҙың хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары иҡтисад өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе статьяларҙың төп нигеҙе булып тора. Конституция шәхси, дәүләт, муниципаль һәм башҡа милекселек формаларын тигеҙ яҡлай. Ошо положениелар нигеҙендә беҙ иҡтисадыбыҙҙы, хәҙерге заман иҡтисадын яңыртыу өсөн ныҡлы ҡануниәт базаһы булдырҙыҡ. Инвесторҙар өсөн етди льготалар билдәләнек. Хәҙер ике тиҫтәләп яңыртылған инвестиция закондары һәм норматив хоҡуҡи акттар уларҙың мәнфәғәтен яҡлай. Был беҙгә иҡтисадыбыҙҙың перспективалы «үҫеш нөктәләрен» һалырға мөмкинселек бирҙе.

Шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн иҡтисади үҫеш – үҙмаҡсат түгел, ә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, халҡыбыҙҙың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн сара, нигеҙ. Лайыҡлы тормош һәм кешенең ирекле үҫеше – власть мәрхәмәте түгел, ә граждандарҙың конституцион хоҡуғы. Беҙҙең сәйәсәт ғаиләләргә һөҙөмтәле ярҙам итеүгә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға, өлкән быуынға ярҙам итеүгә, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәт һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Беҙҙең бурыс – артабан да конституциябыҙҙың төп принциптарын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.