6 декабрь, Шишәмбе

18 декабрь 2013 йыл, 17:56

Башҡортостанда бурыстары булған граждандарға суд приставтары килеүе көтөлә

автор: Сергей Захаров

Яҡынлашып килгән яңы йыл байрамдары алдынан Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Идаралығы суд приставтары алимент, һалым, штраф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте һәм башҡа төр социаль йөкләмәләрҙе түләтеү буйынса рейдтар үткәрергә ниәтләнә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бурыстары булған граждандар закон вәкилдәренең уларҙың милкенә арест һалыу, эш хаҡын алыу, бурыслыларҙы административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу кеүек саралар күрәсәгенә әҙер булырға тейеш. Бынан тыш, ваҡытлыса Рәсәйҙән ситкә сығыуҙы сикләү хоҡуғы әүҙемерәк ҡулланасаҡ.

«Шуға күрә беҙ һеҙҙе, суд приставтарының ҡатнашлығынан тыш, үҙ бурыстарығыҙҙы ваҡытында түләргә саҡырабыҙ», — тип билдәләне Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы бүлек начальнигы Сергей Спатар. Ул шулай уҡ, хәҙер шәмбе һайын сәғәт 10-дан алып 13 сәғәткә тиклем ведомствоның һәр район, ҡала, район-ара бүлегендә хеҙмәт компетенцияһына ҡараған мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойоштороласаҡ, тип хәбәр итте.