Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында Башҡортостан спортсылары айырылып торҙо

Спорт

Пекинда 11 — 18 декабрҙә III Бөтә донъя интеллектуаль уйындары үткәрелде.

Башҡортостандан унда Тамара Танһыҡҡужина менән Александр Георгиев шашка буйынса турнирҙа ҡатнашты. Бында Азиянан, Европанан һәм Африканан 28 шашкасы ярышты.

Ғәмәлдәге донъя чемпионы Александр Георгиев ирҙәр араһында бөтә өс турнир суммаһы буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, алтын һәм көмөш яуланы.

Биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина өс миҙал яуланы — көмөш һәм ике бронза — һәм шашкасылар араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Халыҡ-ара шашка федерацияһы башҡарма комитеты (Өфө) ағзалары Алексей Чижов менән Матрена Ноговицына өс миҙал яуланы: Чижов — бронза, Ноговицына — алтын һәм бронза, «Башнефть» шашка клубының (Өфө) экс-уйынсыһы Александр Шварцман суперблицта чемпион булды. Дөйөм команда иҫәбендә Рәсәй шашкасылары 9 миҙал яуланы — Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында иң күп миҙалдар һаны Рәсәй делегацияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть