10 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2013 йыл, 16:49

Мәләүез районында ҡаҙ өмәләре тамамланды

автор: Әлим Фәйезов | фото: В. Фадеева

Республиканың Мәләүез районы ауыл биләмәләрендә «Ҡаҙ өмәһе» халыҡ байрамы үтте. Иң һуңғыһы  Боһорман ауылында ирле-ҡатынлы Фәиз һәм Флүрә Бикташевтар ғаиләһе йортонда үтте. Быйыл улар 25 баш ҡаҙ, шул тиклем үк өйрәк һәм тауыҡ үҫтергән. Ҙур хужалыҡта шулай уҡ эре мал да бар.

Байрамда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Әбет ауылы биләмәһе башлығы Муса Уразбәхтин, ҡаҙ өмәһе – ауылдарҙа иң яратҡан байрамдарҙың береһе, ул байлыҡты һәм милли мәҙәниәт үҙенсәлеген күрһәтә, тип билдәләп китте. Бөгөн күпселек ауыл халҡы ҡаҙ үрсетеп, ҡош-ҡорт ите әҙерләүҙе йолаға ярашлы ысын байрамға әүерелдерә. Ҡаҙ итен ғаиләлә ҡалдыралар, балаларға һәм туғандарға күстәнәс итеп бирәләр. Бынан тыш, ҡаҙ яҡшы килем дә килтерә – баҙарҙа уны тиҙ арала һатып алалар, айырыуса яңы йыл байрамдары алдынан.

Бикташевтар сценарийҙы алдан ентекле уйлаған. Улар байрамды ата-әсәйҙәре кеүек ойошторған. Бында Фәиз Фәтих улының әсәһе – Ғәлимә Нәғим ҡыҙы уларға ҙур ярҙам күрһәткән. Ҡаҙ йолҡҡан ваҡытта халыҡ йырҙары башҡарылды. Өлкән кешеләр йәштәрҙе нисек дөрөҫ эшләргә, мендәрҙәрҙе йомшаҡ йөн менән тултырырға, ҡаҙ итенән тәмле ашамлыҡтар әҙерләргә өйрәтте, һалҡын тейгәндә ҡаҙ майы менән дауалау серҙәрен аңлатты.

Ҡаҙҙарҙы боҙло һыуҙа йыуыу итте тәмлерәк һәм һутлыраҡ итә, тип иҫәпләнә, шуға күрә ҡаҙҙың эсен алғандан һуң өмәлә ҡатнашыусылар Нөгөш йылғаһына китте. Быуала ҡаҙҙарҙы ентекле «сайҡағандан» һуң, һыуыҡтан биттәре алһыуланған дәртле өмәселәр, ҡулбаштарына көйәнтәләрен һалып, киренән хужа йортона юлланды, уларҙы гармунсылар таҡмаҡтар һәм йырҙар менән оҙатып барҙы.

Байрам кискә тиклем дауам итте. Ҡатнашыусылар өсөн конкурстар һәм уйындар ойошторолдо. Артабан бөтәһе лә өҫтәл артына йыйылды, унда уларҙы ҡаҙ итенән тәмле ризыҡтар, милли аш-һыу көттө, тип хәбәр итте Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Юлиә Мырҙабулатова.

Башҡортостанда ҡаҙ үрсетеү менән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ғына түгел, ә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы ойошмалары ла шөғөлләнеүен билдәләп үтергә кәрәк. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылдың туғыҙ айында республика ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан барлығы 150 мең баш ҡаҙ һатылған һәм 600 тонна ҡаҙ ите етештерелгән.