6 декабрь, Шишәмбе

18 декабрь 2013 йыл, 15:53

Рәсәй Конституцияһының һәм Башҡортостан Конституцияһының 20 йыллығы хөрмәтенә тантаналы йыйылыш

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Йортонда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 20 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үткәрелде. Байрам сараһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Йыйылышты республика парламенты спикеры Константин Толкачев асты.

— 1993 йылдың декабрендә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда хәҙерге заман дәүләтселеген формалаштырыу процесына нигеҙ һалына. Дәүләттең һәм йәмғиәттең юғары ҡиммәте тип кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары таныла, илдең дәүләт-территориаль ҡоролошоноң федераль моделе тураһында белдерелә, дәүләттең социаль һәм донъяуи характеры декларациялана, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының һайланып ҡуйылыуы гарантиялана, бөтә милекселек формаларын тигеҙ таныу һәм яҡлау тураһында әйтелә. Яңы хәҙерге демократик Рәсәй тарихы шунан башлана. Башҡортостан яңыртылған Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренселәрҙән булып төбәк төп законы кимәлендә демократик хоҡуҡи һәм социаль дәүләттең төп принциптарын нығытты. Республикабыҙ Конституцияһы — бөгөнгө үҫеш өсөн иң мөһим сәйәси-хоҡуҡи документ. Ул тулы кимәлдә үҙ эсенә донъя һәм ватан конституцион-хоҡуҡи ҡоролош ҡаҙаныштарын индергән. Йәмғиәттә барған үҙгәрештәрҙе сағылдырған, яңы дәүләт ҡоролошона һәм цивилизациялы баҙар мөнәсәбәттәренә нигеҙ һалған. Республикабыҙҙың бөгөнгө ныҡлы социаль-иҡтисады ошо нигеҙҙә һалына, ижтимаҡи-сәйәси хәл тотороҡлолоғо тәьмин ителә., —тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.  

Тантаналы йыйылышта шулай уҡ республика парламенты депутаттары, Конституция, Юғары һәм Арбитраж судтары рәйестәре һәм судьялары, республика прокуроры, Хөкүмәт ағзалары, Кеше, бала хоҡуҡтары һәм эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәр, республиканың ҡала һәм район башлыҡтары, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, дини һәм йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Тантаналы өлөш тамамланғандан һуң «Хәҙерге заман Рәсәй конституционализмы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы сығанаҡтары: тарих һәм хәҙерге заман» ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды.