10 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2013 йыл, 13:11

Мәғарифҡа бүленгән средстволар ҡайһы берҙә уның сифатына йоғонто яһамай

автор: Сергей Захаров

«Мәғарифҡа бүленгән средстволар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә уның сифатына йоғонто яһамай», — тип белдерҙе «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова. «Йәмәғәтселек фекерен белешеү йомғаҡтары буйынса, күпселек рәсәйлеләр бөгөн Рәсәй мәғариф системаһына сиктән тыш кире ҡарашта, ә шаҡтай финанс һалыуҙар әлегә хәлде үҙгәртә алмай», —тине парламент комитеты башлығы.

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә «Рәсәйҙә белем биреү етерлек яҡшы кимәлдә булһын өсөн» саралар күрергә кәрәк, тип бушҡа ғына һөйләмәне, тип билдәләне депутат. Ул шулай уҡ Президенттың, бөгөн уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуҙан тыш, «мәғарифҡа яңыса ҡарашлы, яңыса уҡыта алырлыҡ уҡытыусылар, лидерҙар килһен өсөн белем биреү системаһының үҙен яңыртырға кәрәк. Сөнки йыш ҡына балалар компьютерҙа эшләү мәсьәләһендә уҡытыусыға ҡарағанда яҡшыраҡ белә, ә былай булырға тейеш түгел», тигән фекере менән килешә.

«Һәм беҙ шунда уҡ юғары профессиональ белем биреү системаһына килеп терәләбеҙ, бөгөн педагогик кадрҙар әҙерләү системаһы икенселәй ҡоролорға һәм өҙлөкһөҙ булырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эльвира Айытҡолова. Уның фекеренсә, «республикала Мәғарифты үҫтереү институты булыуы – үҙе бәхет».«Беҙ ошондай институттарҙы һаҡлап ҡалған күп булмаған төбәктәрҙең береһебеҙ һәм уҡытыусыларыбыҙҙың өҙлөкһөҙ белем алыуын тәьмин итәбеҙ, йәғни вузды тамамлағандан һуң улар даими рәүештә квалификацияһын күтәрә ала, сөнки уҡытыусы үҙе ғүмере буйына уҡырға тейеш бит», — тине депутат.

Эльвира Айытҡолова дәүләт башлығының мәктәп иншаларын кире ҡайтарыу тәҡдимен дөрөҫ тип һанай, уның әйтеүенсә, «берҙәм дәүләт имтихандарында, уның бөтә ыңғай яҡтарына ҡарамаҫтан, ижади башланғыс, әлбиттә, юҡ».

Бынан тыш, депутат һәм бер үк ваҡытта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлегенең ҡушма рәйесе, «бөгөн БДБ илдәрендә уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханын Рәсәй ҡағиҙәләренә ярашлы тапшырыу һәм Рәсәй университеттарына инә алыу мөмкинлеге алыуын», бик мөһим тип иҫәпләй.