11 декабрь, Йәкшәмбе

18 декабрь 2013 йыл, 12:35

Баш ҡала уҡыусылары 240 тонна макулатура йыйҙы

автор: Галина Бахшиева

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында Өфө уҡыусылары өсөн ойошторолған «Ҡағыҙ бум»ы экологик акцияһы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Акцияның төп маҡсаты – халыҡта экологик мәҙәнилек, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, ресурстарҙы һаҡлау идеяһын популярлаштырыу, шулай уҡ Өфөлә тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу һәм таҙалыҡ булдырыу.

«Ҡағыҙ бум»ы экологик акцияһы сиктәрендә балалар бөтәһе 240 тонналап макулатура йыйҙы.

Бында Киров районы уҡыусылары иң ҙур әүҙемлек күрһәтте, улар 56 тонна самаһы макулатура йыйҙы. Киров районының 45-се мәктәбе Гран-приға лайыҡ булды, уның уҡыусылары 13 тонналап ҡағыҙ ҡалдыҡтары йыйған.

Өфөнөң һәр районынан еңеүсе мәктәптәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Экологик акцияны Өфө хакимите ярҙамында «Таҙа ҡала» компаниялар төркөмөнөң «БР Экологияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторҙо.

«Ҡағыҙ бумы – 2013» акцияһы йомғаҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостандың ЭкоПорталында танышырға була.