10 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2013 йыл, 12:25

Өфө белгестәре республикаға һәм бөтә донъяға Сочиҙағы Олимпиаданы һәм Паралимпиаданы күрһәтәсәк

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Рәсәй медиаиндустрия акдемияһында (Телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институты) уҡыуҙы уңышлы тамамлаған телевидение белгестәренә дәүләт өлгөһөндәге дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте.

Профессионалдар командаһына республиканан бөтә Рәсәй ижади һәм техник телевидение белгестәре әҙерләү программаһы буйынса уҡыу үткән бөтәһе 20 кеше инде.

Дипломдарҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, «Спортивное вещание» («Панорама») автономиялы коммерцияһыҙ ойошманы үҫтереү буйынса генераль директор урынбаҫары Олег Урушев һәм күп тапҡыр паралимпия чемпионы Оксана Савченко тапшырҙы. Тантанала шулай уҡ Олимпия уйындарының көмөш призеры Алексей Селиверстов ҡатнашты.

— Беҙҙә ошондай юғары кимәлдәге белгестәр барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ, — тип билдәләне Борис Мелкоедов. — Бер яҡтан, беҙҙән кемдер ситкә эшләргә китеүе бик йәл, әлбиттә. Әммә, икенсе яҡтан, беҙҙең кешеләр бөтә ерҙә лә кәрәк, был кешеләр республикала киң танылыу яулаған һәм улар менән хаҡлы ғорурланалар.

2011-2013 йылдарҙа яңы телевидение ҡорамалдарында эшләү күнекмәләренә эйә булған 1200-ҙән ашыу профессионал әҙерләнгән. Уларҙы һайлап алыу туры Рәсәйҙең ун төбәгендә үтте.

Өфө «Олимпия белгестәре» сертификаттарын Өфө филиалы етәксеһе Рөстәм Басиров, ПТС начальнигы Андрей Асаев, ПТС-тың әйҙәүсе инженеры Сергей Тимофеев, ПТС-тың әйҙәүсе тауыш режиссеры Тимур Загортдинов, инженерҙар Владислав Александров, Павел Шәйхәтәров, Руслан Кәримов, Максим Капралов, Матвей Иванов, Рузил Зәйруллин, продюсерҙар Венера Ишәмсурина һәм Диана Батыршина, режиссер Илдар Әбйәлилов, видеоҡабатлауҙар режиссеры Валерий Ғәббәсов, режиссер Булат Фәхретдинов, ҡуйыусы оператор Роберт Миниғәлиев, операторҙар Динар Нуретдинов, Айҙар Шәрипов, Артур Мостаев, Эрик Миниғәлиев, Илдар Насретдинов, Илһам Сәлимйәнов, Марат Ғәлләмов, Урал Ғатауллин һәм Вадим Семенов алды.