7 декабрь, Шаршамбы

18 декабрь 2013 йыл, 10:18

Инвалидтарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт Президиумы үткәрелде.

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында инвалидтарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре тикшерелде.

Республикала белем биреү, мәшғүллек, социаль яҡлау, пенсия менән тәьмин итеү өлкәләрендә инвалидтарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бөтә дәүләт саралары комплексы тормошҡа ашырыла.  

— Кешеләрҙең «сәғәт» кеүек эшләүе мөһим, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Йыш ҡына сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр башҡа өлкәләрҙә сикләнмәгән мөмкинлектәргә эйә. Улар араһында уңышлы эшҡыуарҙар, билдәле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары һәм башҡалар бар.

Президент, дәүләт һәм муниципаль власть органдары инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары һәм ассоциациялары, хәйриә фондтары менән уртаҡ тел табып, тығыҙ эшләргә тейеш, тип иҫәпләй.

Инвалид бала ҡараған ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе айырым иғтибарға лайыҡ.  

— Бөгөн республикала 300 меңдән ашыу инвалид йәшәй, шуларҙың 14 меңдән ашыуы — балалар, — тип һандар килтерҙе Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы йылдарҙа өлкән йәштәге инвалидтар һаны һиҙелерлек кәмей, ә бына инвалид балалар һаны, киреһенсә, — арта, бөтә Рәсәй буйынса шулай.

Президент республика Хөкүмәтенә инвалид бала ҡарау менән мәшғүл эшләмәгән эшкә һәләтле кешеләргә пособие күләмен ҡайтанан ҡарарға ҡушты.

Шулай уҡ ултырышта мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ваҡытында медицина реабилитациялауын ойоштороу тураһында һөйләштеләр.

Шул уҡ ваҡытта республикала психоневрологик сирле балаларҙы медицина реабилитациялауы мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора. Бөгөн быға биш мең бала мохтаж, һәм ошондай иғтибар талап итеүсе балалар һаны йылдан-йыл артыу ихтималлығы бар.  

Был турала һөйләп, Президент Хөкүмәткә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә махсус балалар медицина реабилитациялау үҙәге төҙөү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итте.

Тағы ла бер мөһим мәсьәлә — уңайлы мөхит булдырыу.

Быға ярашлы программа Башҡортостанда 2011 йылдың апрелендә, федераль кимәлдә ошондай программаны раҫлағанға тиклем йыл ярым алдан, ҡабул ителгәйне. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә республикала уңайлылыҡ стандарттарына ҡулайлаштырырға кәрәкле 20 мең тирәһе социаль объект бар.

— Хәҙер социаль инфраструктура объекттарының өстән ике өлөшө тиерлек коляскала йөрөүсе инвалидтар үтерлек түгел. Хатта иң кәрәкле әйберҙәр һатылған күп магазиндарҙың пандустарынан күтәрелеүе бик ҡыйын. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн республикала мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн бөтә ҡағиҙәләргә ярашлы итеп төҙөлгән объекттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ,— тип билдәләне Рөстәм Хамитов.

Ултырыш барышында иң киҫкен проблемаларҙың береһе —инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен дә тикшерҙеләр.

— Былтыр мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән өс меңдән ашыу кешенең 37 проценты ғына эшкә урынлаша алды. Йәғни өс мөрәжәғәт итеүсенең береһе генә, — тине Президент. — Хәҙер күп предприятиелар төрлө һылтау менән инвалидтарҙы эшкә ҡабул итеүҙән баш тарта. Был ғәҙелһеҙлек кенә түгел — был кешенең конституцион хоҡуҡтарын туранан-тура һәм тупаҫ боҙоу. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең мәшғүллеген ойоштороу ысулдарының береһе — уларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындарын квоталау системаһы. Был механизм эш биреүселәрҙе инвалидтарҙы эшкә алырға мәжбүр итә.

Беҙгә килгәндә, быйыл предприятиеларҙы инвалидтар өсөн эш урындары менән йыһазландырыуға субсидияларҙы ике тапҡырҙан ашыуға арттырҙыҡ. Бынан тыш, кәмендә 35 кеше эшләгән предприятиеларҙа инвалидтарҙы эшкә алыу өсөн квота билдәләргә планлаштырабыҙ. Элек бындай норма 100 һәм унан күберәк кеше эшләгән предприятиеларға ғына ҡағыла ине. Беҙ муниципалитеттарға инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға, психологик ярҙам күрһәтеүгә, профессиональ әҙерлек системаһы ойоштороуға булышлыҡ итеү бурысы ҡуябыҙ.