8 декабрь, Кесе йома

17 декабрь 2013 йыл, 17:35

Өфөлә яңы башҡорт баҫмаларын презентациялау үткәрелде

автор: Арина Рәхимҡолова

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында күренекле сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың 125 йыллығына арналған фундаменталь һәм ҡулланма ғилми хеҙмәттәрҙе, «Фән — халыҡҡа» академик баҫмаларын презентациялау үткәрелде. Уны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо.

Китаптарҙы презентациялауҙа ғалимдар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, студенттар, уҡыусылар һәм тарих, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған, үҙ халҡының теле яҙмышына битараф булмаған барыһы ла ҡатнашты. Тантанала ҡатнашыусыларға «Урал батыр» ҡобайырҙар циклын ЮНЕСКО тарафынан булдырылған матди булмаған кешелек мираҫы хазиналары исемлегенә индереү мәсьәләһенә арналған «Башҡорттарҙың эпик мираҫында Урал-батыр ере» документаль фильмы күрһәтелде.

Шулай уҡ кисәлә ете томлыҡ «Башҡорт халҡының тарихы» коллектив монографияһының VII томын, күп томлы «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»нең V томын, «Башҡорт сәсәндәре мәктәбе» китабын, «Экспедиция материалдары» йыйынтығын тәҡдим иттеләр.

ТӨРКСОЙ  Халыҡ-ара ойошмаһында БР Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Әхәт Сәлихов төрки халыҡтарҙың халыҡ-ара мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдиноваға ТӨРКСОЙ –ҙың 20 йыллығы иҫтәлекле миҙалын тапшырҙы.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студентарының «Урал-батыр»эпосынан өҙөктәр башҡарыуы һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының «Урал» көйөн ҡурайҙа уйнауы кисәнең биҙәге булып торҙо.