Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡтың майҙаны 177,8 гектарға арта

Йәмғиәт

— Стәрлетамаҡ ҡалаһының сиктәре киңәйә. Беренсе этапта муниципаль берәмеккә көнбайыштан терәлеп торған, Стәрлетамаҡ районы сигендәге дөйөм 177,8 гектар майҙанды биләгән ер ҡушыла, — тип белдерҙе бөгөн республика парламенты Президиумы ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Был участка ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән ҡушыла. Билдәләнгән территория Стәрлетамаҡ сигенә индереү менән тораҡ пункттары биләмәләре ерҙәре категорияһына күсереләсәк. Тейешле закон проектын парламентарийҙар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында, 26 декабрҙә, ҡараясаҡ.

Парламент спикеры әйтеүенсә, был «Рәсәй граждандарына – арзан һәм уңайлы торлаҡ» милли проектты тормошҡа ашырыу – торлаҡ, социаль объекттар, транспорт һәм инженер инфраструктураһы төҙөү өсөн кәрәк.

— Әлбиттә, тығыҙлап төҙөү ысулын да файҙаланырға була, әммә Стәрлетамаҡта йорттар былай ҙа тығыҙ ултырған, шуға күрә бындай өҫтәмә территория ҡалаға үҫешергә һәм төҙөүселәргә лә, халыҡҡа ла яҡшы шарттар булдырырға ярҙам итәсәк, — тип аңлатты Константин Толкачев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть