8 декабрь, Кесе йома

17 декабрь 2013 йыл, 15:50

Беренсе ҡышҡы йәрминкәләрҙә төбәктә 400 тоннанан ашыу ит һәм 14 тонна бал һатылған

автор: Галина Бахшиева

Республиканың биш ҡалаһында – Өфөлә, Бәләбәйҙә, Белоретта, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта – үткән ял көндәрендә беренсе яңы йыл алды ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо ике көндә дөйөм алғанда 2,6 меңләгән сауҙа урындары ойошторолғайны. Дөйөм һатылған продукция күләменең иң күберәге Өфө ит йәрминкәләренә тура килә. Башҡортостандың баш ҡалаһында республиканың 43 районы вәкилдәре 15 майҙансыҡта сауҙа алып барҙы. Өфөлә тәҡдим ителгән ауыл хужалығы продукцияһы күләме 90,5 миллион һум тәшкил итте.

Беренсе ҡышҡы йәрминкәләрҙә Башҡортостанда 14 һәм 15 декабрҙә бөтәһе 403,4 тонна ит һатылған. Шуның 258,3 тоннаһы – һыйыр ите, 108,5 тонна – сусҡа ите, 17,9 тонна – һарыҡ ите, 18,5 тонна – йылҡы ите, 200 килограмм – ҡуян ите.

Бынан тыш, ҡала халҡына 42,8 тонна ҡош-ҡорт ите, шул иҫәптән 19 тонна ҡаҙ, биш тонна өйрәк, 12 мең тонна самаһы тауыҡ, дүрт тонна тирәһе күркә ите, өс тоннанан ашыу күркә-өйрәк ите тәҡдим ителгән. 14,3 тонна бал һатылған.

Беренсе яңы йыл алды йәрминкәләрендә бер килограмм һыйыр итен 130-300 һумға һатып алырға була ине, сусҡа итен – 150-280 һумға, һарыҡ итен – 160-300 һумға, йылҡы итен – 140-300 һумға, ҡуян итен – 300-350 һумға.

Бер килограмм ҡаҙ итенең хаҡы 200 һумдан 350 һумға тиклем үҙгәрҙе, өйрәк ите – 110-300 һум, тауыҡ ите – 70-250 һум, күркә ите – 250-300 һум, күркә-өйрәк ите – 250-300 һум.

Ауыл халҡы йәрмикәләрҙә балдың килограмын 200-350 һумға тәҡдим итте, тип билдәләнеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.