8 декабрь, Кесе йома

17 декабрь 2013 йыл, 15:28

Уҡыусылар алдағы берҙәм дәүләт имтиханына үҙенең әҙерлек кимәлен баһалай ала

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Берҙәм дәүләт имтихандары һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы мәсьәләләренең асыҡ банкы Федераль педагогик үлсәмдәр институты сайтында баҫтырылған. Бында рус теле, математика, биология, география, тарих, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, химия, физика һәм сит телдәр – инглиз, француз, немец һәм испан – буйынса материалдар һалынған.

БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Минекәева билдәләүенсә, заданиелар банкы этаплап тулылана.

— Март аҙағына тиклем сайтта мәктәпте тамамлаусылар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары һәм туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының 40 меңләгән заданиеһы барлыҡҡа киләсәк, улар араһында 2014 йылдағы имтихандарға индерелеүе ихтимал булған мәсьәләләр ҙә ҡуйыласаҡ, — тип аңлатты Жанна Минекаева. — Һәр уҡыусы күнекмә яһай һәм үҙенең әҙерлек кимәлен баһалай ала.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 йылда Рәсәйҙә БДИ-ны үткәреүгә  йәмәғәт күҙәтеүселәре контроле видеокамералар ярҙамында көсәйтеләсәк, улар имтиханды тура бәйләнеш аша күрһәтәсәк. Шулай уҡ имтихандарҙы ҡабул итеү пункттарында «федераль  күҙәтеүселәр» барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостанда 2014 йылда 118 имтихан ҡабул итеү пункты эшләйәсәк, 2013 йылда 121 ине.

темалар: бди