3 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2013 йыл, 15:00

Башҡортостан Президенты республика парламентарийҙарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итә

автор: Арина Рәхимҡолова

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы 26 декабрҙә үткәрелә. Был турала ҡарар республика парламенты Президиумының бөгөнгө ултырышында ҡабул ителде. Парламент  спикеры Константин Толкачевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламентарийҙарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ.

Президиум ултырышында депутаттар киләһе ултырыш көн тәртибен раҫланы, уға 40-тан ашыу мәсьәлә индерелде.  Тәүге тапҡыр депутаттар иғтибарына 15 закон сығарыу инициативаһы тәҡдим ителәсәк.  

«Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкил тураһында» закон проекты буйынса эш дауам иттереләсәк. Ундан ашыу республика закондары проекттарын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итергә планлаштырыла. Улар араһында —«Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында».

Һәр ваҡыттағыса пленар ултырышта депутаттар Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкалары мировой судьялары вазифаһына кандидатураларҙы ҡараясаҡ.