10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2013 йыл, 14:02

Республикала балаларҙы беренсе синыфҡа алыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда балаларҙы беренсе синыфҡа алыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Быйыл ул ике этапта үтәсәк. Беркетелгән биҫтә халҡы өсөн яҙылыу 31 июлгә тиклем дауам итәсәк. 1 августан 5 сентябргә тиклем теге йәки был мәктәптә уҡырға теләгән, әммә уҡыу йортона беркетелгән адрес буйынса теркәлмәгәндәр заявка бирә ала. Тик әгәр буш урындар ҡалмаһа, мәктәп уларҙың үтенесен кире ҡаға ала.

Ғаризаларҙы ата-әсәләр үҙҙәре килеп тә йәки электрон төрҙә лә бирә ала.

Буласаҡ беренсе синыф уҡыусылары өсөн бер ниндәй ҙә инеү һынауҙары һәм тестар үткәрелмәйәсәк. Мәктәпте һайлағанда ата-әсәләргә уҡыу йорттары сайттары ярҙам итә ала.

БР Мәғариф министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1,5 меңләгән мәктәп иҫәпләнә, уларҙың бишәүһе генә дәүләттеке түгел (дүртәүһе Өфөлә һәм берәүһе Белоретта).