10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2013 йыл, 14:00

Ғәли Сәйетбатталов – Башҡортостан академия фәндәренең сағыу вәкиле (ғалим-телсенең 85 йыллығына)

автор: Владимир Романов

Бөгөн республикабыҙ фәне, мәҙәниәте һәм юғары мәктәбенең күренекле вәкиле Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовҡа 85 йәш тулыр ине. Ул замандаштары, коллегалары һәм уҡыусылары хәтерендә билдәле телсе һәм филолог, тыуған еренең һәм туған теленең ҡайнар патриоты булараҡ ҡалды.

Ғәли Сәйетбатталов 1928 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантонының Сәйетҡол ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы) тыуған. 1950 йылда  К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлай. 1953 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй, һуңынан уның бөтә ғилми-педагогик эшмәкәрлеге тап ошо уҡыу йортона айырылғыһыҙ бәйле була. Бында 1957-1974 йылдарҙа кандидатлыҡ эшен, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң  Ғәли Ғәли улы уҡытыусы, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы доценты, тарих-филология факультетының деканы урыбаҫары булып эшләй. 1974-1977 йылдарҙа башҡорт теле кафедраһы мөдире, 1977 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ошо кафедраның профессоры була. 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлеге буйынса ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Ғәли Сәйетбатталов республиканан ситтә лә билдәле, юғары абруйлы ғалим. Ул 250-нән ашыу ғилми мәҡәлә, тиҫтәләгән монографиялар һәм мәктәп, педагогия училищелары һәм юғары уҡыу йорттары өсөн әсбаптар авторы булып тора. Ғәли Ғәли улы хәҙерге башҡорт теленең синтаксисы, пунктуация һәм стилистикаһы проблемаларын фәнни өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ғалимдың ғилми эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа айырыуса емешле булды. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның ике томда «Башҡорт теле. Синтаксис» һәм өс томда «Башҡорт теле. Стилистика» хеҙмәттәре нәшер ителде.

Тел ғилеменең теоретик проблемаларын өйрәнеү менән бер рәттән Ғәли Ғәли улы башҡорт әҙәбиәте классиктарының тел һәм стиль проблемалары, башҡорт әҙәби теле үҫешенең үҙенсәлектәре менән шөғөлләнде. Уның бихисап хеҙмәттәре билдәле башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең тел һәм стиль үҙенсәлектәре проблемаһына арналды.

Ғилми-педагогик эшмәкәрлек менән бер рәттән ғалим юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өҫтөндә лә әүҙем эшләне. Ул докторлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса диссертация советы  ағзаһы булып торҙо, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлағанда оппонент булараҡ сығыш яһаны, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттарының диплом эштәре менән етәкселек итте.  

Ғәли Сәйетбатталовтың күп йыллыҡ ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеге юғары танылыу алды. Башҡорт тел ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн ул «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән наградланған. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелгән. Ул Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиналь белем биреү хеҙмәткәре һәм Башҡорт АССР-ның мәғариф отличнигы, 1995 йылда Й.Ғ.Кейекбаев исемендәге премия лауреаты булды.

Ғәли Сәйетбатталов 2010 йылдың 3 авгусында ауыр һәм оҙаҡ ауырығандан һуң 82-се йәшендә яҡты донъянан китте.

темалар: хәтер