3 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2013 йыл, 12:29

Төбәктә аҙыҡ-түлек кәрзине йыл башынан алып 7,2 процентҡа ҡиммәтләнгән

автор: Эльвира Латипова

Республикала туҡланыу аҙыҡ-түлегенең минималь йыйылмаһы хаҡы ноябрҙә 2575,57 һум тәшкил итте. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып аҙыҡ-түлек кәрзине 7,2 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Статистиктар аңлатыуынса, был күрһәткес минималь тупланмаға ингән аҙыҡ-түлек хаҡтары һәм эшкә яраҡлы йәштәге ир-егеттәр өсөн туҡланыу нормалары нигеҙендә иҫәпләнә.