Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йыл башынан алып инфляция - 5,5 процент

Иҡтисад

Башҡортостанда 2013 йылдың ноябренә тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә ҡулланыу хаҡтары индексы 2012 йылдың октябренә ҡарата 100,7 процент, декабренә ҡарата 105,5 процент һәм ноябренә ҡарата 106,2 процент тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Республикала аҙыҡ-түлек тауарҙары йыл башынан 5,1 процентҡа, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар – 3,4 процентҡа, хеҙмәттәр 9,8 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Статистиктар күҙәтеүгә алған аҙыҡ-түлек тауарҙары төркөмөндә Башҡортостанда ай эсендә йомортҡаның хаҡы ҡапыл 8,1 процентҡа күтәрелде. Йыл башынан алып был социаль мөһим тауарға хаҡтар 29,1 процентҡа артҡан. Ноябрҙә шулай уҡ сыр (октябргә ҡарата 102,8 процентҡа), йәшелсә һәм емеш-йәшелсә (101,9), һөт һәм һөт ризыҡтары(101,2), он (101) һәм башҡа тауарҙар ҡыйбатланған.

Рәсәй буйынса дөйөм ҡулланыу хаҡтары 11 айҙа – 105,9 процентҡа, Волга буйы федераль округында 105,8 процентҡа артҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть