6 декабрь, Шишәмбе

17 декабрь 2013 йыл, 12:13

Рәсәйҙә Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй Федерацияһында Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө йыл һайын, 17 декабрҙә, билдәләнә. Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре Ҡораллы Көстәр төрө булараҡ 1959 йылда СССР Хөкүмәте ҡарары менән ойошторола. 2006 йылдың 31 майында стратегик ракетасылар байрамы булдырыла.

Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре Рәсәй стратегик ядро көстәренең нигеҙе булып тора. Ғәскәрҙәр ракета армияһынан, хәрби частарҙан тора. Уларҙың составында берләшмәләр, космодромдар, полигондар, айырым ғилми-тикшеренеү станциялары, ғилми-тикшеренеү иституттары, юғары хәрби уҡыу йорттары, кесе белгестәр әҙерләү буйынса уҡыу үҙәктәре һәм техниктар мәктәбе, арсеналдар, ремонт заводтары, үҙәк базалар бар.

2001 йылдың июненән Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре ике төргә бүленә – Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре һәм Космос ғәскәрҙәре.

Үҙенең ярты быуаттан ашыу тарихы эсендә Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре хәрби көс булараҡ үҙенең тура тәғәйенләнеше буйынса бер тапҡыр ҙа ҡулланылмаған, әммә башҡа Стратегик ядро көстәре компоненттары менән берлектә күп хәрби-сәйәси проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша.

Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә 12 миллиондан ашыу кеше хеҙмәт иткән. Яңы хәрби техниканы эшләү, һынау, хәрби дежурға ҡуйыу, махсус заданиеларҙы үтәгән өсөн 38 ракетасы юғары Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, 66 ракетасы – Ленин премияһы лауреаттары, 324 – СССР Дәүләт премияһы лауреаттары, 20 – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаттары, 100-ҙән ашыуы – СССР Министрҙар Советы һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты премиялары лауреаттары.

Ошо осорҙа 24 төр ракета комплекстары эшләнеп, хәрби дежурға ҡуйыла, биш меңдән ашыу ракета осорола, шул иҫәптән ғәскәрҙәрҙең оператив һәм хәрби әҙерлеге барышында 500-ләгән уҡыу-хәрби ракетаһы.

Бөгөн Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре – ул Рәсәй Ҡораллы Көстәренең иң мөһим компоненты. Был даими хәрби әҙерлектәге, туҡтауһыҙ дежур алып барған ғәскәрҙәр. Рәсәй Оборона министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, тәүлек һайын алты меңләгән кеше хәрби поста тора. Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре ҡоралланыуында алты типтағы дүртенсе һәм бишенсе быуын ракета комплекстары  иҫәпләнә.