11 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2013 йыл, 11:25

Краснокама районында йәш ғаиләләр торлаҡ сертификаттары алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Краснокама районының йәш ғаиләләренә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға таныҡлыҡтар тапшырылды. Тантана муниципалитет хакимиәтендә дүшәмбе, 16 декабрҙә, үтте.

Районда граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер нисә федераль һәм республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Уларҙың береһе – торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы.

Был инде икенсе тапҡыр йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырыу тантанаһы. Ағымдағы йыл башында өс ғаилә субсидиялар алды, хәҙер өҫтәмә рәүештә тағы ла дүртәүгә средстволар бүленгән. Быйыл бөтәһе ете ғаилә субсидиялар алды.

Социаль түләүҙәр Башҡортостан Республикһы буйынса торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә файҙаланыла. Ярҙамсы программала ҡатнашыусы йәш ғаиләнең хоҡуғы социаль түләү алыуға исемле документ – таныҡлыҡ менән раҫлана.