11 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2013 йыл, 17:51

Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәлкәл асылды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 16 декабрҙә, Өфөлә Башҡорт академия драма театры эргәһендәге паркта СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асылды.

Асыуҙа Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улының ҡыҙы Гөлли, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, баш ҡала мэры Ирек Ялалов, республиканың ижади зыялыйҙары һәм актерҙың яҡташтары ҡатнашты.

— Ҡәҙерле дуҫтар, мин һеҙҙе ысын күңелдән ошо иҫ киткес байрам менән ҡотлайым! — тине Әминә Шафиҡова. — Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл – ул уның талантына, уның ынтылыштарына, уның тыуған республикаһын, тыуған Башҡортостанын данлау тураһында хыялдарына һәйкәл! Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә, беҙ мәҙәниәтте республикабыҙҙың иң төпкөл төбәктәренә еткерергә тейешбеҙ, тип билдәләне. Бөгөнгө кеүек бындай ваҡиғалар беҙҙе һәм беҙҙең йәштәребеҙҙе тәрбиәләй, тип иҫәпләйем. Беҙ үҙ геройҙарыбыҙҙы иҫләргә тейешбеҙ! Беҙ республикабыҙҙы данлаған кешеләрҙе хәтерләргә һәм ошо әһәмиәтле тәжрибәне киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ ошо көндө иҫтә ҡалдырайыҡ, Арыҫлан Мөбәрәковтың талантын иҫләйек һәм бындай ваҡиғалар тормошта күберәк булһын! — тип һүҙен йомғаҡланы БР мәҙәниәт министры.