6 декабрь, Шишәмбе

16 декабрь 2013 йыл, 17:37

Район һәм ҡала башлыҡтары территориялар менән һөҙөмтәле идара итергә уҡыны

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанда, республика башлығы бойороғона ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының квалификацияһын күтәреү курстары үтте. Уларҙа шулай уҡ Хөкүмәт вице-премьерҙары, министрҙар, дәүләт комитеттары рәйестәре, агентлыҡтар етәкселәре, федераль власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Дәүләт граждандар хеҙмәте һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыу сиктәрендә тыңлаусылар территорияларҙы комплекслы үҫтереү һөҙөмтәлелеген күтәреү, инвестиция эшмәкәрлеге, мәғлүмәтте яҡлау, кардрҙар сәйәсәте, капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу, социаль үҫеш, урындағы бюджет сығымдары һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм муниципалитеттар эшмәкәрлегенә бәйле башҡа мәсьәләләрҙе ҡараны. Хакимиәт башлыҡтары шулай уҡ дөйөм белем биреү, дөйөм профессиональ һәм социаль-психологик дисциплиналарҙы өйрәнде. Квалификацияны күтәреү курстары тамамданыуға бөтә тыңлаусылар дәүләт өлгөһөндәге документтар алды.