8 декабрь, Кесе йома

16 декабрь 2013 йыл, 16:12

Көндәр һыуына

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда был аҙнала көндәр һыуына, синоптиктар бер аҙ ҡар яуыуын күҙаллай.

Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, 16 декабрҙә төбәктә «көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, епшек ҡар ятыуы һәм көрт һырыуы» көтөлә. 18 декабрҙә Волга буйы федераль округының күп өлөшөндә ҡар, епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, секундына 15 — 20 метр тиҙлектә көслө ел иҫеүе ихтимал.

16 һәм 17 декабрҙә республиканың айырым райондарында һауа температураһы төнөн 20 градус һыуыҡҡа тиклем төшә, көндөҙ минус 12-14 градусҡа тиклем күтәрелә.

Шаршамбы, 18 декабрҙән, башлап, төбәктә көндөҙ урыны менән минус өс-биш градусҡа тиклем йылына. Ә төнөн һауа температураһы элеккесә 17-18 градус һыуыҡ билдәһендә һаҡлана.

Кесе йома, 19 декабрҙә, синоптиктар, аҙна эсендә иң йылы көн буласаҡ, тип күҙаллай  — төнөн 8-10 градус һыуыҡ һәм көндөҙ минус ике-дүрт градус.

Аҙна аҙағына төбәктә ҡайтанан һалҡынайта — төнөн 16-18 градусҡа тиклем һыуыҡ һәм көндөҙ минус 9-12 градус, тип билдәләй Рәсәй Гидрометүҙәге.

темалар: һауа торошо