7 декабрь, Шаршамбы

16 декабрь 2013 йыл, 16:01

Вәкил Шөғәйеповҡа РФ Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» премияһы тапшырылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләүсе күренекле оҫта Вәкил Шөғәйеповҡа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» премияһы тапшырылды. Уны Бөтә Рәсәйҙә таныуҙарын раҫлаусы лайыҡлы һәм почетлы награданы Вәкил Шакир улы ошо көндәрҙә алды. Был хаҡта РФ Министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителә.

Быйыл премияға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 15 мәҙәниәт эшмәкәре лайыҡ булды. Вәкил Шөғәйепов был награданы халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн «Халыҡ музыкаһы» номинацияһында алды.

Тантана Мәскәүҙә, В. Чайковский исемендәге концерт залында үтте. Бүләкләүҙә Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҡатнашты. Үҙенең телмәрендә ул, премия «Рәсәй рухы» тип тиккә генә аталмаған, тине.

— Нәҡ халыҡ ижадында һәр халыҡтың ысын йолалары, рухи өлөшө сағыла. Был тап Рәсәй рухы ла. Ә мәҙәниәт – ул быуаттарҙан-быуаттарға халыҡ рухын йөрөтөүсе күсәр, — тине министр.

Вәкил Шакир улы – башҡорт милли музыка ҡоралдары эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Ул беренсе булып йышылған ағас шпондан ҡурай эшләү ысулын уйлап тапҡан. Думбыраның һаҡланып ҡалған өлгөләрен эҙләү һәм уны яңыртыу менән шөғөлләнә. 1985 йылдың майында Вәкил Шөғәйепов эшләгән думбыра өлгөләре (сопрано, альт, бас) киң производствоға индерелә. 1995 йылда оҫта тамашасыға үҙенең реконструцияланған ҡыл-ҡубыҙын тәҡдим итә. Халыҡ уйын ҡоралдарын реконструкциялау буйынса үҙ проекттары өсөн 1988 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була.

Халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн премия 2002 йылда РФ Мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырыла, ә 2007 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһына әүерелә. Уның менән милли сәнғәт традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне һәм күренекле ижади ҡаҙаныштары өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен билдәләйҙәр.

Награда биш номинация буйынса тапшырыла: «халыҡ йыры», «халыҡ музыкаһы», «халыҡ бейеүе», «традицион халыҡ мәҙәниәте» һәм «халыҡ оҫтаһы». Конкурста халыҡ ижады коллективтары, яңғыҙ башҡарыусылар һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары ҡатнаша.