6 декабрь, Шишәмбе

16 декабрь 2013 йыл, 13:47

Республикала ҡаҙ өмәләре үткәрелә

автор: Галина Бахшиева | фото: Владимир Карабанов

Башҡортостан райондарында хәҙер халыҡ байрамы – «Ҡаҙ өмәһе» үткәрелә.

Йола буйынса уны ҡар яуғас, көндәр һалҡынайғас үткәрәләр. Ҡаҙ өмәләре бөтә ауыл халҡы ҡаҙҙарын һуйып бөткәнсе уҙғарыла, тип аңлаттылар БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ҡаҙ үрсетеү менән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ғына түгел, ә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы ойошмалары ла шөғөлләнә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала ҡаҙ үрсетеүҙә махсуслашҡан эре хужалыҡтар аҙ түгел. Улар араһында – Федоровка районының «Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, унда 40 мең ҡаҙ аҫрайҙар.

Бынан тыш, «Благовар» тоҡомло ҡошсолоҡ заводы дәүләт унитар предприятиеһында 30 мең ҡаҙ үҫтерелә, Туймазы районының «Агроҡаҙ» крәҫтиән (фермер) хужалығында – 25 мең баш. Өфө районының «Урал агроҡаҙы»нда һәм Дүртөйлө районының «Әсән» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 15-әр мең ҡаҙ аҫрайҙар.

Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларында дөйөм алғанда 200 мең баштан ашыу ҡаҙ иҫәпләнә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡты интенсификациялау һәм бәләкәй хужалыҡтарҙы үҫтереү бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылдың туғыҙ айында республика ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан барлығы 150 мең баш ҡаҙ һатылған һәм 600 тонна ҡаҙ ите етештерелгән.