10 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2013 йыл, 11:47

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Андрей Первозванный премияһына лайыҡ булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Дәүләт Кремль һарайында Андрей Первозванныйҙың XXI Халыҡ-ара «Дин һәм Тоғролоҡ» премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин абруйлы награда лауреаты булды.

2013 йылда был премиялар — Рәсәй менән дуҫ илдәрҙең дәүләтселеген, союзын нығытыу һәм динде тергеҙеү буйынса Ватан алдындағы ҡаҙаныштарын таныу символы — бөтәһе һигеҙ эшмәкәргә бирелде. Мосолмандарҙың дини лидеры «Рәсәйҙә дини-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн» почетлы Андрей Первозванный орденына тәүге тапҡыр лайыҡ булды. Тәлғәт Тажетдин етәкселегендә 80-се йылдарҙа СССР-ҙа ислам динен тергеҙеү башлана. Ул шулай уҡ юғары дәүләт наградалары һәм Рус православие сиркәүенең изге кенәз Даниил Московский ордены менән билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: наградалар