Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Алдынғы уҡыусы-спортсылар Президент стипендиялары алды

Спорт

Шәмбе көнө Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында уның етәксеһе Андрей Иванюта быйыл спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияларын тапшырҙы.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан  11 иң һәләтле уҡыусы өсөн стипендия булдырыла. Улар араһында бер генә спортсы була — шахматсы Ильмира Хәсәнова, ул аҙаҡтан халыҡ-ара ФИДЕ гроссмейстеры исемен яулай.

2000 йылда инде стипендиаттар араһында ун йәш спортсы иҫәпләнә – атҡаҙанған спорт мастерҙары, халыҡ-ара ярыштар, шул иҫәптән олимпиадалар ҙа еңеүселәре.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың указы менән айлыҡ стипендия алыусылар һаны 100 кешегә етте. Улар араһында егерме үҫмер спортсы ла билдәләнгән, спорттың 16 төрө буйынса Рәсәй йыйылма командалары ағзалары, Европа һәм донъя беренселеге призерҙары.  

Стипендиаттарҙы тәбрикләп, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, был йәштәр мотлаҡ олимпия һәм донъя пьедесталдарына юлда тәүге лауреаттар традицияларын арттырасаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.

Спортсыларҙан тыш, был көндө уларҙың тренерҙары ла дәртләндерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть