7 декабрь, Шаршамбы

13 декабрь 2013 йыл, 17:54

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме - 3911 һум

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2013 йылдың ноябрендә эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3911 һум тәшкил итә, йәғни эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы күләменән 57 процент.

Сағыштырыу өсөн: октябрҙә бындай пособиеның уртаса күләме 3878 һумға тиң ине.

Шул уҡ ваҡытта минималь күләмдә (977,5 һум) эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар 29 процент тәшкил итте, максималь күләмдә (район коэффициенты менән 5635 һум) – 45 процент, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы хәҙер 6897 һумға етә.

2013 йылдың 11 айында республикала эшһеҙ статусына 45,7 мең самаһы кеше эйә булды. Әлеге ваҡытта 22,6 меңдән ашыу эшһеҙ мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә тора. Уларҙың 43 проценты – ауыл халҡы.  

2013 йылдың 1 декабренә ҡарата теркәлгән эшһеҙлек күләме төбәк буйынса уртаса 1,11 процент тәшкил итте. Эшһеҙлек максималь кимәлдә теркәлгән территориялар иҫәбенә Ағиҙел (6,36 процент), Межгорье (2,27 процент), шулай уҡ Шишмә (2,16 процент), Асҡын һәм Бөрйән райондары инде, уларҙа 1,86 һәм 1,84 процент.

Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары 2013 йылдың башынан алып 288,6 мең вакансиялар барлығын белдерҙе. 1 декабргә ҡарата республика вакансиялар банкында 33,7 мең буш эш урыны иҫәпләнә.

Эшсе профессиялар буйынса вакансиялар өлөшө 80 процент тәшкил итте, йәшәү минимумынан күберәк эш хаҡы менән – 87 процент.

Көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙҙәрҙең буш вакансиялар һанына нисбәте дөйөм республика буйынса 0,7 процент тәшкил итте. Башҡортостан ҡалаларында был күрһәткес 0,6-ға тиң; республиканың баш ҡалаһында – 0,5; райондарҙа – 1,3.