6 декабрь, Шишәмбе

13 декабрь 2013 йыл, 17:42

Төбәктә эшһеҙҙәрҙең 64 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эщһеҙҙәр составында 64 проценты — ҡатын-ҡыҙҙар. 20 процент — 16 йәштән 29 йәшкә тиклемге йәштәр. 12 процент — пенсия алды йәшендәгеләр, 8 процент — инвалидтар.

Хәҙер мәшғүллек хеҙмәтендә иҙәптә тороусыларҙың 51 проценты — элекке эш урынынан үҙ теләге менән эштән сығыусылар. 22 проценты ойошманы ябыу йәки хеҙмәткәрҙәр штатын ҡыҫҡартыу арҡаһында эштән сығарылған.  

Республикалағы эшһеҙҙәрҙең тағы 13 проценты — эшендә оҙайлы өҙөклөктән (йылдан ашыу) һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген тергеҙергә ынтылыусылар. Биш процент — тәүге тапҡыр эш эҙләүселәр, тип аңлаттылар министрлыҡта.

2013 йылдың ғинуар-ноябрендә төбәктә бөтәһе 49,5 мең эшһеҙ иҫәптән алынған. Уларҙың 25 меңдән ашыуы, йәғни 51 проценты, эш тапҡан. 5,9 меңдән ашыу кеше (12 процент) профессиональ уҡыу үтә. 1,5 меңдән ашыу кешегә (өс процент) хеҙмәт пенсияһы тәғәйенләнгән. 19 мең эшһеҙ, йәғни 34 проценты, башҡа сәбәптәр менән иҫәптән алынған.