4 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2013 йыл, 16:42

Өфөлә ейәнсуралар юбиляр яҡташтарын тәбрикләне

автор: Әлим Фәйезов

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ейәнсура» республика йәмәғәт ойошмаһына берләшкән Өфөлә йәшәгән, сығышы менән Ейәнсура районынан булған яҡташтарҙың осрашыу кисәһе үтте. Бындай осрашыуҙарҙы ейәнсуралар йыл һайын декабрҙә уҙғара, улар инде яҡшы һәм изге йолаға әүерелде.

Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Айҙар Мөхәмәтйәнов кисәлә ҡатнашыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле, йыл йомғаҡтары менән таныштырҙы, ә «Ейәнсура» республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Салауат Итбаев 1999 йылда Өфөлә беренселәрҙән булып ойошторолған ейәнсура яҡташтары ойошмаһының нисек эшләгәне, йыл дауамында ниндәй саралар үткәрелгәне тураһында һөйләне. Ул, атап әйткәндә, быйыл күренекле яҡташтары – геолог Басир Мәһәҙиев (80 йәш), тарихсы Ирек Аҡманов (80 йәш), яҙыусы һәм уҡытыусы Мәрйәм Бураҡаева (70 йәш), психолог Вадим Сафин (80 йәш), журналист Алик Шакиров (60 йәш) үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләне, тип хәбәр итте. Һәр юбилярҙы сәхнәгә саҡырып, уның тураһында йылы һүҙҙәр әйтеп, ҡотланылар, матди ғына түгел, музыкаль бүләк тә тапшырҙылар.

Яҡташтар осрашыуы кисәһенең икенсе өлөшөндә Ейәнсура районының «Үҫәргән» халыҡ театры артистары һәләтле шағир һәм драматург Салауат Әбүзәрҙең «Байраҡ аҫтында…» пьесаһы буйынса спектакль күрһәтте. Пьесаны йәш режиссер Радмир Дәүләтбәков сәхнәгә ҡуйған. Спектаклде тамашасылар йылы ҡабул итте, зал йыш ҡына алҡыштарға күмелде. Йәш режиссерҙың был беренсе генә спектакле булыуына ҡарамаҫтан, актерҙар башҡарыуында ла, сәхнә биҙәлешендә лә, әҫәрҙе музыкаль оҙатыуҙа ла байтаҡ үҙенсәлекле табыштар индереүе күҙгә салынды. Актерҙарға ҡарап, уларҙы үҙешмәкәр артистар тип әйтеүе лә ҡыйын, ә улар ысынлап та уҡытыусылар, хужабикәләр, хеҙмәткәрҙәр. Улар ихлас, тәбиғи, эскерһеҙ уйнай. Төп ролде – Әүхәтте БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов, Сараны – Хәлиҙә Ҡолшәрипова, Тимерйәнде – Юлай Саматов, Зиләне – Фәниә Дәминова, Барыйҙы – Юлай Арыҫланбаев, Стивты – Илһам Хәсәнов башҡарҙы. Ошо ябай кешеләр образдары аша ауылдың бөгөнгө, хәҙерге тормошо күрһәтелгән.

Спектакль аҙағында сәхнәгә пьесаның авторы Салауат Әбүзәрҙе саҡырып сығарҙылар, ул, үҙешмәкәр артистарҙың уйнауы бик оҡшаны, тине.

Был бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле спектаклде «Үҫәргән» халыҡ театры былтыр Ейәнсура районы мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ҡуйғайны һәм ул шунда уҡ тамашасыларҙың һөйөүен яулағайны.