10 декабрь, Шәмбе

13 декабрь 2013 йыл, 15:54

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәй Президенты эшмәкәрлек өсөн дөрөҫ йүнәлеш бирҙе»

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов федераль киң мәғлүмәт сараларына Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе. Республика башлығы Ҙур Кремль һарайының Георгий залында барған Мөрәжәғәтнамәне уҡып ишеттереү тантанаһында ҡатнашты.

— Мин, Владимир Владимирович абстракт фекерләү өсөн түгел, ә тәғәйен эш итеү өсөн дөрөҫ йүнәлеш бирҙе, тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы, муниципаль власть — халыҡҡа иң яҡын власть. Ул бер яҡтан – демократик, кешеләргә асыҡ булырға, ә икенсе яҡтан – күп мәсьәләләрҙе хәл итерлек финанс, матди, ойоштороу ресурстарына эйә  булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Беҙ бөгөн, урындағы властың бөтә был атрибуттарға эйә булмауын беләбеҙ: ресурстар, аҡса әҙ, урамдарҙы таҙартыу йәки ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү өсөн техника һатып алырға мөмкинлектәр юҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Властың был кимәлен нығытырға кәрәк. Етди нығытырға.

Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә федераль, төбәк һалымдарын урындағы власть файҙаһына ҡайтанан ҡарау варианты буйынса барырға була, тине Башҡортостан Президенты.