11 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2013 йыл, 15:21

Машина-технология станцияларына запчастар һатып алыуға 240 миллион һум аҡса кәрәк

автор: Галина Бахшиева

Республика машина-технология станцияларында (МТС) 2013-2014 йылдар ремонт миҙгеле барышында 230 трактор, 800-ҙән ашыу иген йыйыу комбайны, 190 үҙйөрөшлө бесән сапҡыстар, 100 мал аҙығы йыйыу комбайны, 900-ҙән ашыу урғыстар һәм техниканың башҡа төрҙәрен ремонтлау планлаштырыла.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йыл баҫыу эштәре миҙгеленә техниканың эшкә һәләтлелеген аяҡҡа баҫтырыу өсөн запас частар һатып алыуға республика МТС-ына 240 миллион һум самаһы аҡса кәрәк.

Хәҙер яңы йылға тиклем конкурс нигеҙендә кәмендә 80 миллион һумға запчастар һатып алырға кәрәк. Аҡсаның ҡалған өлөшөнә 2014 йылда запас частар алыуға заказдар биреләсәк һәм договорҙар төҙөләсәк.

Бынан тыш, министрлыҡ конкурс буйынса һайлап алынған белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптән республика МТС-тарында ла  F категорияһы алыу өсөн ҡайтанан механизаторҙар әҙерләү курстары ойошторорға планлаштыра. Хәҙерге иген йыйыу комбайндарында эшләү өсөн ошондай категория булыуы талап ителә.

Республиканың бер нисә махсус ремонтлау предприятиеһы ҡатнашлығында иген йыйыу комбайндарын капиталь ремонтлауға һәм яңыртыуға ла етди иғтибар биреләсәк. Уларға сығымдарҙы субсидиялаштырыу Машина-трактор паркын яңыртыу программаһында ҡаралған, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

Элек, 2014 йылдың 1 апреленә тиклем республикала яҙғы сәсеүҙе үткәреүҙә ҡатнашасаҡ техниканы әҙерләргә кәрәк, тип хәбәр ителгәйне. 1-15 июнгә урып йыйыу техникаһын ремонтлауҙы тулыһынса тамамларға кәрәк.