9 декабрь, Йома

13 декабрь 2013 йыл, 14:04

Өфө уҡыусыларын Ҡытайға саҡырҙылар

автор: Алик Шакиров

Өфөнөң 44-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ШОС Тикшеренеүҙәр үҙәгенең генераль секретары, Шанхай Ижтимағи фәндәр академияһының Рәсәй Тикшеренеүҙәр үҙәге (Шанхай ҡалаһы, ҠХР) директоры урынбаҫары, доктор Чжан Цзяньжун булып китте. Өфөгә уны БДПУ-ла үткәрелгән традицион Мифтахетдин Аҡмулла көндәренә саҡырғандар.

«Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң  коммуникациялар департаменты эксперты Елена Арямнова хәбәр итеүенсә, Ҡытайҙан ҡунаҡты Өфөнөң 44-се мәктәбе, иң элек, уҡыусыларға физик тәрбиә биреү, спорт резервы әҙерләү өсөн майҙансыҡ булараҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Бынан тыш, 2013-2014 уҡыу йылында мәктәптә ҡытай телен өйрәнергә теләүселәр өсөн төркөм ойоштороу иғлан ителде.  

Бөгөн был мәктәптә йәш спортсылар — өҫтәл теннисы, каратэ-до, шайбалы хоккей, мини-футбол, ҙур теннис, баскетбол буйынса БР йыйылма командалары ағзалары һәм Рәсәй милли йыйылма командаларына кандидаттар тәрбиәләнә.

Чжан Цзяньжун уҡыу кластарын ҡараны һәм физик культура дәрестәрендә булды. Ул, Ҡытайҙа балалар беренсенән ун икенсе класҡа тиклем уҡыған берҙәм мәктәптәр юҡ, тип билдәләне. Ҡунаҡ 44-се мәктәп уҡыусыларын һәм педагогтарын Ҡытайға саҡырҙы, етмәһә, йәшәү, туҡланыу, Даулянь, Шанхай провинциялары буйлап йөрөү, шулай уҡ уҡыусылар өсөн белем һәм таныштырыу программаларын ойоштороу буйынса бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға вәғәҙә итте.

темалар: мәғариф, шос