9 декабрь, Йома

13 декабрь 2013 йыл, 13:49

Рәсәй Президенты: «Урындағы власть һәр граждан мөрәжәғәт итә алырлыҡ итеп ҡоролорға тейеш»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Урындағы власть һәр граждан мөрәжәғәт итә алырлыҡ итеп ҡоролорға тейеш, сөнки ул халыҡҡа иң яҡын власть, — тип билдәләне Владимир Путин, Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттергәндә. — Шуға бәйле Бөтә Рәсәй урындағы үҙидаралыҡ Советына, Муниципаль берәмектәр конгресына, губернаторҙарға, Федераль Йыйылыш ағзаларына, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итәм. Әйҙәгеҙ, ниһәйәт, хәлде айыҡ аҡыл менән, ваҡыт талаптарына ярашлы итеү өсөн, ошо проблемаларға бөтә яҡтан күҙ һалайыҡ.

Дәүләт башлығы, бөгөн урындағы үҙидаралыҡ системаһында байтаҡ проблемалар йыйылды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яуаплылыҡ күләме һәм муниципалитеттар ресустары яйға һалынмаған. Бынан йыш ҡына вәкәләттәр буталсыҡлығы килеп тыуа.

— Урындағы үҙидарылыҡты ойоштороуҙа дөйөм принциптарҙы асыҡлау, урындарҙа көслө, бойондороҡһоҙ, финанс яғынан етеш власть булдырыу – мөһим бурыс, тип иҫәпләйем. Бындай эште беҙ киләһе, 2014 йылда – күренекле Земство реформаһының 150 йыллығы йылында башларға һәм законға ярашлы тәьмин итергә тейешбеҙ .

Тап земстволарҙы, урындағы үҙидаралыҡтарҙы үҫтереү үҙ ваҡытында Рәсәйгә ынтылыш яһарға, ҙур прогрессив үҙгәртеп ҡороуҙар уҙғарыу өсөн белемле кадрҙар табырға ярҙам итте, тип иҫкә алды Владимир Путин.

— Хәҙер ҙә көслө урындағы үҙидаралыҡ илдең кадрҙар потенциалын тулыландырыу һәм яңыртыу өсөн ҡеүәтле ресурс була алыуына ышанам. Һәм, әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа һайлау механизмдары аша власҡа әҙерлекле, маҡсатҡа ынтылышлы, үҙ бурыстарын үтәүгә яуаплы ҡараған профессиональ кешеләр килеүе яҡлыбыҙ, — тине дәүләт башлығы.