8 декабрь, Кесе йома

13 декабрь 2013 йыл, 11:25

Владимир Путин: «Конституция каркасы тотороҡло булырға тейеш»

автор: Ғәлиә Нәбиева

Владимир Путин рәсәйлеләрҙе Конституцияның 20 йыллығы менән ҡотланы. Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерҙе.

— Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итеүе – ул Рәсәй Конституцияһының, бөгөн теүәл 20 йыл тулған Конституцияның, талабы. Дәүләтебеҙ һәм йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим булған ошо ваҡиға менән һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым, — тине дәүләт башлығы. — Һәм әлбиттә, Федераль Йыйылыш – Рәсәй парламентының 20 йыллығы менән.

Президент, «конституция ике төп өҫтөнлөктө – граждандарҙың хоҡуҡтары, азатлыҡтары статусы һәм көслө дәүләт – берләштерҙе, уларҙың үҙ-ара бурыстары – бер-береһен ихтирам итеү һәм яҡлау», тип билдәләне.

— Конституция каркасы тотороҡло булырға тейеш, был тәү сиратта Конституцияның кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын билдәләгән икенсе бүлегенә ҡағыла. Төп Закондың был положениелары ныҡлы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.

Шул уҡ ваҡытта Президент, тормош бер урында ғына тормай, һәм конституция процесын аҙағынаса тамамланған тип ҡарарға ярамай, тип билдәләне. «Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһынан, тормоштан килгән урынлы төҙәтмәләр, әлбиттә, мөмкин, ә ҡайһы берҙә – кәрәкле лә».

— Юғары һәм Юғары Арбитраж судтарын берләштереү буйынса Конституцияға үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Бөгөн был судтар күп закондар буйынса ҡапма-ҡаршы фекер йөрөтә, ҡайһы берҙә оҡшаш эштәр, хатта бер үк эштәр буйынса төрлө ҡарарҙар сығарыла. Һөҙөмтәлә хоҡуҡи билдәһеҙлек килеп тыуа, ә ҡайһы саҡта кешеләрҙең яҙмышында сағылған ғәҙелһеҙлек тә.