4 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2013 йыл, 10:33

Һауа торошо ҡатмарлашыуы көтөлә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда көндөң боҙолоуы көтөлә, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 13-14 декабрҙә республикала ҡар яуыуы, буран сығыуы, айырым райондарҙа ел тиҙлеге секундына 23-28 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал. Урыны менән көслө боҙлауыҡ буласаҡ, юлдарҙы көрт һырыясаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы автомобиль транспортында ҡаланан ситкә сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

темалар: һауа торошо