Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй Президенты милләт-ара тыныслыҡты яҡлау бурысы ҡуйҙы

Сәйәсәт

— Йәмғиәттә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе талап иткән мөһим тема — этник-ара мөнәсәбәттәр, — тине Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә. — Бында беҙҙең күп проблемаларыбыҙ, социаль-иҡтисади һәм территориаль үҫештәге күп ҡыйынлыҡтар тупланған: коррупция ла, дәүләт институттары эшендәге кәмселектәр ҙә, һәм, әлбиттә, белем биреү һәм мәҙәни сәйәсәттәге уңышһыҙлыҡтар, былар барыһы ла  этник-ара көсөргәнештең ысын сәбәптәрен дөрөҫ аңламауға килтерә. Уны ниндәй ҙә булһа халыҡтар вәкилдәре түгел, ә үҙенең дә, башҡаларҙың да ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен ихтирам итмәгән кешеләр ҡабартып ғауға һала.  Беҙ бындай әхләҡһеҙлек күренештәренә ҡаршы бергәләп көрәшергә, милләт-ара берҙәмлекте, тимәк, Рәсәй дәүләтенең берҙәмлеген һәм бөтөнлөгөн бергәләп яҡларға тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть