Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республикала йыл башынан алып халыҡтан 100 мең тонналап һөт һатып алынған

Иҡтисад

2013 йыл башынан алып Башҡортостанда халыҡтан 99 мең тоннанан ашыу һөт һатып алынған, ул былтырғы күрһәткестән 345 тоннаға күберәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл халыҡтан артыҡ һөттө һатып алыу буйынса Йәрмәкәй һәм Шаран райондарында ярайһы уҡ алға аҙым яһалған. Йыл башынан алып бында 2012 йылға ҡарағанда 1487 һәм 1043 тоннаға күберәк һөт һатып алынған.

Илеш, Шаран, Миәкә, Йәрмәкәй һәм Баймаҡ райондарында урындағы халыҡтан һөт һатып алыу буйынса эш яйға һалынған. Был райондарҙың һәр береһендә әлеге ваҡытта халыҡтан дүрт мең тоннанан ашыу һөт һатып алынған, тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть