Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө «Нур» театрында дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы үткәрелә

Мәҙәниәт

«Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!» тип аталған байрам – музыка фестивале алдағы шәмбе, 14 декабрҙә, Өфө «Нур» дәүләт татар драма театрында үткәрелә. Уны Башҡортостан татарҙары милли-мәҙәни мөхтәриәте ойоштора, тип хәбәр ителә «Кызыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында.

Фестивалдә республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан үҙешмәкәр коллективтар, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Музыкаль тәбрикләү менән «Нур» театры артистары ла сығыш яһаясаҡ.

— Был сараның маҡсаты – республикала йәшәүсе халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыу, аралашыу, ял итеү. Бындай фестивалдәр кәрәк, беҙ киләсәктә лә ватандаштарыбыҙ өсөн ошондай дуҫлыҡ һәм берҙәмлек кисәләрен үткәрергә планлаштырабыҙ, — тип билдәләй байрамды ойоштороусылар.

Башлана 12 сәғәттә. Инеү ирекле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть