4 декабрь, Йәкшәмбе

12 декабрь 2013 йыл, 16:45

Башҡортостандың 57 ҡатын-ҡыҙына «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Тағы 57 күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалы алды. Күкрәккә таға торған билдәгә өҫтәп аҡсалата премия ла бирелде. Юғары дәүләт наградаһын ҡатын-ҡыҙҙар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың ҡулынан алды.

Вице-премьер билдәләүенсә, бөгөнгө тантана — иҫәбе буйынса 107-се, һәм ул РФ Конституцияһы көнөндә үтә.

— Конституция — беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға, беҙгә лайыҡлы тормош тәьмин итергә һәм, беренсе сиратта, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡларға тейешле төп документ, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Һис шикһеҙ, бөгөн илдә, республикала ғаиләгә, бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн күп эштәр башҡарыла. Тик Башҡортостанда ғына 30 төрҙән ашыу пособиелар түләнә. Йыл һайын был маҡсаттарға кәмендә өс миллиард һум аҡса йүнәлтелә.

Шулай уҡ Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы эшләп килә. Ул ғәмәлгә ингәндән алып 170 ғаилә 400 миллион һум күләмендә дөйөм суммаға торлаҡ сертификаттары алды. Тағы ла 1300-ҙән ашыу ғаилә сиратта тора.

Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, киләһе йылда үрҙә телгә алынған программаға билдәле бер үҙгәрештәр индереләсәк.

— Әгәр ғаиләләр бөгөн билдәле бер сумманы индерһә, бер өлөшөн муниципалитет бүлһә, сират күпкә тиҙерәк алға барасаҡ, — тип иҫәпләй вице-премьер.

Һүҙен йомғаҡлап, Лилиә Ғүмәрова әсәләргә һоҡланыуын белдерҙе, бала тәрбиәләү — ул күңелле мәшәҡәттәр генә түгел, шулай уҡ бик ҡатмарлы хеҙмәт тә, тип билдәләне.

Наградланыусылар араһында — республиканың төрлө мөйөштәренән герой-әсәләр, уларҙың һәр береһе  үҙенсә бәхетле.